Туғай турғайы , туғаяҡ(рус. Дроздовидная камышевка, лат. Acrocephalus arundinaceus) — турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.
Сыйырсыҡ ҙурлығында. Бик хәрәкәтсән, өҙ¬лөкһөҙ тауышланып йөрөүсе ҡош. һырт яғы ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы һорғолт аҡ.
Тауышы көслө генә: «шаҡ-шаҡ». һайрауы тупаҫ һәм сырылдаҡ өндәрҙән тора: «трин-трин-керс-керс-бит-бит-вийт-вийт».
Ҡурҙайҙарҙан байтаҡҡа ҙур булыуы менән айырыла, һыу ситтәрендәге шырлыҡтарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Төрлө бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Ояһын кәрзинкәгә оҡшатып, ҡамыш һабаҡтарында үрә. Ҡара, һоро, көрән таптар, сыймалаҡтар менән сыбарланған 3—6 бөртөк йәшкелт аҡ йомортҡаһы була.
Туғай турғайы , туғаяҡ(рус. Дроздовидная камышевка, лат. Acrocephalus arundinaceus) — турғайҙар отрядындағы ҙур булмаған ҡошсоҡ.