dcsimg

Аҡ бәшмәк ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
Foodlogo3.svg

Аҡ бәшмәк, топош (лат. Boletus edulis) — базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк.

Ҡыҫҡаса белешмә

Эшләпәһенең диам. 10—20 см (һирәгерәк 30 см), ҡабарынҡы, ҡоро, яланғас йәки бәрхәт һымаҡ, төҫө аҡһылдан ҡараһыу һороға тиклем, аҫҡы яғы тәүҙә аҡ, һуңынан йәшкелт һары. Һабының оҙонлоғо 10—20 см, ҡалынлығы 4—5 см, һарғылт һоро төҫтә, селтәр һүрәтле. Ауырлығы — 400 г тиклем (ҡайһы ваҡыт 4 кг етә). Итсәһе аҡ, тығыҙ, хуш еҫле. Спора онтағы һорғолт йәшел. Аҡ бәшмәк бер‑береһенән төҫө менән һәм имән, ҡайын, ҡарағай, шыршы (улар менән симбиоздан тыш бәшмәклек үҫешһә лә, емешлек тәне барлыҡҡа килмәй) тамырында үҫеүенә ҡарап айырылған яҡынса 20 төрҙө берләштерә.

Таралышы

Башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа майҙан октбргә тиклем осрай. Ҡиммәтле ашарға яраҡлы бәшмәк, составында аҡһымдар, ферменттар, витаминдар, микроэлементтар, антиканцероген матдәләр бар. Киптереүгә яраҡлы.

Аҡ бәшмәктең ҙурлығы буйынса рекорды

  • 1961 йылда Мәскәү радиоһы 10 кг ауырлыҡтағы, эшләпәһенең диаметры 58 см булған бәшмәк тураһында хәбәр иткән.[С 1]
  • 1964 йылда Владимир ҡалаһы янында 6 кг 750 г ауырлыҡтағы бәшмәк табылыуы тураһында хәбәр итә «Советская Россия» гәзите 28 июль 1964 йыл.[С 1]

Дауаланыу үҙенсәлеге

Аҡ бәшмәктә шешкә ҡаршы үҙенсәлекле матдә табылған[1],элегерәк тәненең экстракты менән туңған ерҙәрҙе дауалағандар [2].

Галерея

Сығанаҡтарға һылтанмалар

  • Семёнов А. И. О грибах и грибниках.
  1. 1,0 1,1 стр. 91
  • Меркулова В. А. Очерки по русской народной номенклатуре растений — М.: «Наука», 1967.
  • Таксономия

  1. Шиврина А. Н., Низковская О. П. и др. Биосинтетическая деятельность высших грибов. Л., 1969
  2. Васильков Б. П. Изучение шляпочных грибов в СССР. М.—Л., 1953

Әҙәбиәт

  • Белый гриб // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Васильков Б. П. Белый гриб: Опыт монографии одного вида — М.—Л.: «Наука», 1966.
  • Грибы СССР — М.: Мысль, 1980.
  • Дермек А. Грибы — Братислава: Словарт, 1989.
  • Семёнов А. И. О грибах и грибниках: Справочник по сбору грибов в Крыму — Симферополь: Таврия, 1990. — Б. 89—97. — ISBN 5-7780-0177-0.
  • Справочник-определитель: Грибы / Отв. за выпуск Ю. Г. Хацкевич — Мн.: «Харвест», 2002. — 480 б. — 7000 экз. — ISBN 985-13-0913-3.

Аҡ бәшмәкте үҫтереү буйынса:

  • Всё о грибах / сост. В. Булдаков — Донецк: ПФК «БАО», 2000. — Б. 247—249. — ISBN 966-548-124-X.
  • Всё о грибах / ред.-сост. Н. Г. Лебедева — Харьков: «Реликт», 1997. — Б. 187—188. — ISBN 9984-9011-0-7.

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Аҡ бәшмәк: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
Foodlogo3.svg

Аҡ бәшмәк, топош (лат. Boletus edulis) — базидиомицеттар класының болет һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors