dcsimg

Ағасаҡ ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ағасаҡ, Ағарсаҡ, Ағасъяңаҡ — шәп ағымлы йылға балығы.

Ҡылыҡһырлама

Ағасаҡ оҙонса балыҡ, ауыҙы ҙур, әммә әммә йыртҡыстарға хас булған ҡаҙыҡ тештәре юҡ. Һаҙан балыҡтарыныҡы кеүек йотҡолоҡ тештәре генә бар, аҫҡы яңағы ҡалҡып сығып тора, ә үҙенең суҡағы менән өҫкө яңағы күҙлегенә терәлгән. Томшоғона яҡын торған псыҡ төҫлө күҙҙәре сағыштырмаса бик үк ҙур түгел. Ян-яҡтары көмөштәй аҡ, ҡараһыу осло арҡаһы менән ҡойроҡ йөҙгөстәре төҫлө була. Буйы 80 см. Иң эреләре 12 кг-ға етә. Һыуҙың өҫкө ҡатламдарында йөрөй, төнгөлөккә генә ул төпкөл урынға китә.

Үрсеүе

Ыуылдырыҡ сәскән мәле апрель-май айҙарына тура килә.

Йәшәү рәүеше

Оҙон кәүҙәһе орсоҡ һымаҡ булғанға күрә, ағымлы һыуҙа, буҫағалы һәм һай урындарҙы кисергә, оҙағыраҡ йөҙөргә мөмкинлек бирә. Ҡорбанын ҡыуып барғанда һыу өҫтөнә сығып, шапылдатып ала.

Туҡланыуы

Башлыса селәүсендәр, ваҡ ҡыҫыла һымаҡтар, бөжәктәр менән туҡлана. Әммә ҙурая килә йыртҡысҡа әүерелә, ваҡ балыҡтар, селбәрәләр менән туҡлана, шулай уҡ күбәләктәр, ҡуңғыҙҙар, энәғараҡтарҙы ла аулай.

Әҙәбиәт

  • Нафиҡов Ш. В. Һыу буйында балыҡсы. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997. — 176 бит.
  • Лебедев В. Д, Спановская В. Д., Савваитова К. А., Соколов Л. И., Цепкин Е. А. Рыбы СССР. Под ред. Никольского Г. В. и Григораш В. А.. Из серии «Справочники-определители географа и путешественника». М.: Мысль, 1969

Һылтанмалар

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors

Ағасаҡ: Brief Summary ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages

Ағасаҡ, Ағарсаҡ, Ағасъяңаҡ — шәп ағымлы йылға балығы.

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors