Аҡ умырзая (лат. Anemone) — лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты[2].
Ныҡлы вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Тамыр яны япраҡтары оҙон һапта, өс бүлемле сегменттарға бүленгән бармаҡ һымаҡ теленмә. Өс тапҡыр теленгән ҡыҫҡа һаплы өс өҫкө япрағы япма барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, эре, яңғыҙ. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡыҫҡа башлы, күп сәтләүекле, аҡ ойошҡан төк м‑н ҡапланған, июнь—июлдә өлгөрә.
Корневище мясистое, цилиндричексое или клубневидное.
Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман аҡ умырзаяһы үҫә. Һирәк урманда, сағыл һәм ҡоро болонда үҫә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа, Башҡортостан биләмәһенең бар яғында латаралған. Ареалы һәм һаны болондарҙа мал көтөү һәм күпләп йыйыу арҡаһында кәмей.
Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек.