dcsimg

Тартай ( Bashkir )

provided by wikipedia emerging languages
 src=
Crex crex

Тартай, тарттарт, тартар (лат. Коростель, лат. Crex crex) — сыйырсыҡтан ҙурыраҡ. Бик һаҡ ҡош. һирәк оса, күберәк үлән араһынан йүгереп йөрөй. Осҡанда оҙон аяҡтары һалынып бара. һырты ҡара таплы ҡыҙғылт көрән, ҡорһаҡ яғы көрән һыҙыҡлы һорғолт һары. Суҡышы һәм аяҡтары йәшкелт һары. һыу тауығынан ҡыҙғылт көрән һырты менән айырыла.

Тауышы ағас шығырлауына оҡшаған, киҫкен: «тарррт-тарррт».

Йылға буйҙарындағы, туғайҙарҙағы таллыҡтарҙа йәшәй. Селәүсен, бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Көрән таплы 8—10 бөртөк аҡһыл зәңгәр йәки һары йомортҡаһы була. Ҡайһы бер урында ите әсен аулайҙар.

{{|en}}

license
cc-by-sa-3.0
copyright
Wikipedia authors and editors